+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2020, 12:53

Ауыл клубы яңы төҫтәр менән балҡый

Ҡариҙел ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған күп йүнәлешле клуб асылды.

Ҡариҙел ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған күп йүнәлешле клуб асылды.
Һуңғы йылдарҙа республикала, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, социаль өлкә учреждениеларын, шул иҫәптән мәҙәниәт ойошмаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға ҙур иғтибар бирелә. Ҡариҙелдәге клуб быға сағыу миҫал.
Күп йүнәлешле мәҙәниәт учреждениеһын яңыртыуға Башҡортостан ҡаҙнаһынан 22 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бүлмәләр ремонтланған, тирә-яҡтағы биләмә төҙөкләндерелгән, заманса компьютер ҡорамалдары, яңы йыһаз һатып алынған, интернет селтәре тәьмин ителгән, виртуаль концерт залынан файҙаланыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, һаулығында кәмселектәре булған кешеләр өсөн уңайлыҡтар булдырылған.
Ауыл клубында хореография, вокал, театр, спорт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте кеүек 17 йүнәлеш буйынса түңәрәктәр һәм секциялар эше ойоштороласаҡ. Бында ғаилә менән ял итеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: