Күләмле проекттың финалында Башҡортостан ҡала-райондарынан – Сибайҙан, Мәләүездән, Өфөнән, Балаҡатай, Бөрйән, Көйөргәҙе, Мәсетле, Яңауыл, Учалы райондарынан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән – Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ленинград, Мәскәү өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Татарстан Республикаһынан 16-25 йәшлек 20 ҡыҙ ҡатнашты. Тамашасы һөйөүе призына Розалина Ибраһимова лайыҡ булды. Финалда ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә номинацияларҙа бүләкләнде, еңеүселәрҙе
бында ҡарарға мөмкин. Һәр ҡыҙға милли биҙәктәр төшөрөлгән һандыҡ, байтаҡ бүләктәр тапшырылды.