-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 16:36

“7 егет”тең финалы етеп килә

Еңеүсенең исеме ниндәй сара барышында билдәле буласаҡ? Тамашасы егеттәргә ниндәй ярҙам күрһәтә ала?

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған «7 егет» проектының финалы “Егеттәр балы” форматында үтәсәк.
Шоу-программала проекттың төп геройҙары менән бергә уларҙы төрлө һөнәрҙәргә өйрәткән оҫталар, билдәле йырсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Был шоу-программа тамашасыларға Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Яңы йыл төнөндә күрһәтеләсәк.
Белеүебеҙсә, “7 егет” проектының еңеүсеһен үҙенсәлекле бүләк – башҡорт тоҡомло ат көтә. Еңеүсенең исеме “Егеттәр балы” барышында билдәле буласаҡ. Шулай уҡ “Тамашасылар һөйөүе” призы ла булдырылған. Бының өсөн һәр кем телеканалдың рәсми сәхифәһендә ойошторолған онлайн-тауыш биреүҙә ҡатнаша ала.
2019 йылда халыҡ кәсептәрен үҫтереү һәм киңерәк таратыу маҡсатында барлыҡҡа килгән “7 егет” реалити-шоуы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Быйыл уның икенсе миҙгеле тамамланыуға яҡынлаша. Проект барышында уның геройҙары 13 төрлө халыҡ кәсебен үҙләштерҙе, мәҫәлән, быйма баҫырға, сыбыртҡы ишергә, музыка ҡоралдары эшләргә өйрәнде.
Шулай итеп, тиҙҙән “7 егет”тең еңеүсеһен һәм башҡорт тоҡомло ат хужаһын беләсәкбеҙ.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в