Башҡортостанда мәктәпкәсә учреждениеларҙа Яңы йылды байрам итеү мәсьәләһе хәл ителде: балалар өсөн иртәлектәр була, ләкин коронавирусҡа бәйле бер ни тиклем сикләүҙәр индерелә. Был хаҡта «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Интервью» тапшырыуында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин
белдерҙе.