+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 16:36

Мәһәҙейҙәрҙең бөтөнөһө лә "Аманат"ты уҡый

Бөрйән районы Байназар мәктәбенең Мәһәҙей ауылы филиалында белем алыусы 1-сенән алып 7-се синыфҡа тиклем уҡыусыларҙың бөтөнөһө лә 2021 йылдың тәүге яртыһына "Аманат"ҡа яҙылған. Тоғро дуҫтарыбыҙға маҡтау билдәләрен, рәхмәт кәлимәләрен юллайбыҙ!

Мәктәп администрацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡыусылар ғына түгел, тотош педагогик, техник коллектив та "Аманат"ҡа яҙылып ҡуйған. Бына ниндәй өлгөлө белем усағы бар республикабыҙҙа!
Журналға яҙылыусы синыфтарҙың барыһына ла маҡтау билдәләре тапшырыла. Шулай уҡ Маҡтау билдәһе менән мәктәпте журналға яҙҙырыуҙы һәм таратыуҙы ойоштороу буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн ошо филиалдың етәксеһе Радик Рәхим улы Насировты ла тәбрикләйбеҙ.
"Аманат"тың рәхмәт кәлимәләре иһә уҡыусыларын дәртләндереп, "Аманат"лы иткән түбәндәге уҡытыусыларға юллана:
1-се һәм 3-сөләрҙең етәксеһе Зәлиә Әнүәр ҡыҙы Ғарифуллина;
2-селәрҙең һәм 4-селәрҙең етәксеһе Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова;
5-се синыф етәксеһе Ғәлимә Әҙеһәм ҡыҙы Тулыбаева;
6-сы һәм 7-се синыфтар етәксеһе Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова.
Рәхмәт һеҙгә, мәһәҙейҙәр! Һеҙҙең әүҙемлегегеҙ маҡтауға лайыҡ. Башҡалар ҙа һеҙҙәр өлгө алһын ине.
Читайте нас: