+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2020, 11:10

Күптәрҙең танауына сирттең, Гөлнара! Афарин!

Рәсәйҙә “Агростартап” гранты ауыл хужалығында үҙ эшен башлағандарға ярҙам итә.

Рәсәйҙә “Агростартап” гранты ауыл хужалығында үҙ эшен башлағандарға ярҙам итә. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһы һәм ауыл кооперацияһы үҫеше” федераль проектын тормошҡа ашыра. Ә уның өсөн быйыл илдә 3,867 миллиард һум аҡса бүленгән. Был федераль проект “Агростартап” гранттарын биреүҙе күҙ уңында тота. Ә уның буйынса ғаризаны яңы ойошторолған коллектив-фермер хужалығы йә Рәсәйҙең ауыл ерендә йәшәү урыны буйынса теркәлгән граждан яҙа ала.
“Туймазинский вестник” гәзите хәбәр итеүенсә, Туймазы районының Ҡарат ауылынан Гөлнара Ғәниева һыйыр малы һәм һөт етештереү буйынса крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороған. Ул “Яңы эшен башлаған фермер” федераль программаһы буйынса 3,5 миллион һум аҡса алған. Был аҡсаға уңған Гөлнара һөт һыуытҡыс һәм техника алған. Өҫтәүенә ошо уҡ аҡсаға алынған ҡарағусҡыл тоҡомло ун тананан тыш, хужалыҡ ҡураларында 20 мал бар. Уларҙың унауһы иһә көн һайын һөт бирә. Был сифатлы ризыҡтан ҡатыҡ, эремсек һәм ҡаймаҡ әҙерләнә. Уларҙы эшҡыуар һатып алыусыларҙың өйҙәренә тарата.
Октябрҙә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сыр етештереү курсы үткәргәйне. Унда белем алған Гөлнара, һөт күпләп була башлаһа, ошо хыялын да тормошҡа ашырмаҡсы.
Ҡыҙҙың атаһы Илдар Рәфғәт улы иһә ун йылдан ашыу ҡаҙ фермаһын тота.
“Ғаиләбеҙҙә барыһы ла эш менән мәшғүл. Ҡаҙҙарҙан малдарға күсергә булғайным. Ваҡыт үткәс, тағы бер нәмә уйлармын”, – тип белдергән
фермер. Афарин, Гөлнара! Эш һәм аҡса юҡ тип күптәр зарланған саҡта, уңғанлығың менән етеш тормошҡа юл яраһың. Шулай, күптәрҙең танауына сирттең, Гөлнара!
Фото: «Туймазинский вестник».
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: