+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 15:00

Өфө районында – яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты

Өфө районының Ягодная Поляна ауылында шатлыҡлы хәл: өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Өфө районының Ягодная Поляна ауылында шатлыҡлы хәл: өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул Дмитриевка участка дауаханаһынан – биш километр, район поликлиникаһынан 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Быйыл августа унда эшләү өсөн “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса Светлана Рафаэль ҡыҙы Ниғмәтулина эшкә ҡабул ителгән, ул мөдир вазифаһын башҡара.
Ошо ваҡыт эсендә белгес үҙен яуаплы һөнәр оҫтаһы итеп күрһәтеп өлгөргән. Унан тыш ул Өфө районында йәшәгән, коронавирус инфекцияһын йоҡтороуға шик аҫтына алынған кешеләрҙән анализ өсөн биоматериал йыйырға ла даими йөрөй.
Хеҙмәтләндереү радиусы – алты километр, өс ауыл инә (Ягодная Поляна, Ушаков, Ясный). Уларҙа 429 кеше йәшәй, шул иҫәптән 93 бала.
Бығаса Ягодная Поляна ауылы ФАП-ы 1972 йылда төҙөлгән Урман янғындары үҙәге бинаһында урынлашҡан булған, бер ниндәй ҙә шарттар ҡаралмаған. Яңы ФАП өсөн урындағы ауыл хакимиәте участка бүлгән, унда торған ҡоролмалар һүтеп алынған, биләмә тигеҙләнгән, коммуникациялар үткәрелгән.
ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән һәм барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Халыҡҡа ваҡытлы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина белгестәренә уңайлы шарттарҙа эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.
Бында фельдшер һәм акушер кабинеттары булдырылған, процедура-прививка, санитар, персонал өсөн бүлмәләр бар. Һыу һәм канализация, электр йылылығы үткәрелгән, өр-яңы медицина ҡорамалдары ҡайтарылған.
Ағымдағы йылдың ноябрендә Ягодная Поляна фельдшер-акушерлыҡ пункты өс йүнәлештәге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн лицензия алған. График буйынса бында айына бер тапҡыр Дмитриевка участка дауаханаһының терапевт, педиатр һәм акушер-гениколог кеүек белгестәре ҡабул итәсәк.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: