-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 14:15

Башҡорт дәүләт педагогия университетында ике атаҡлы профессорҙың исемдәре мәңгеләштерелде

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 6-сы корпусында Марат Вәли улы Зәйнуллиндың һәм Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың исемле аудиториялары асылды.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 6-сы корпусында Марат Вәли улы Зәйнуллиндың һәм Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың исемле аудиториялары асылды. Ошо рәүешле юғары уҡыу йортоноң етәкселеге билдәле ғалимдарҙың исемдәрен мәңгеләштерергә, уларҙың ғилми эшмәкәрлеген танытырға, студенттарҙа башҡорт тел ғилеменә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға ниәтләй.
Марат Вәли улы Зәйнуллин— күренекле телсе-ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Марат Вәли улы 2010 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры итеп алына. Ғалим башҡорт филологияһы факультетын ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаша, студенттарға лекциялар уҡый, байтаҡ йылдар сығарылыш дәүләт имтихандарында рәйес вазифаһын башҡара.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында 2006 йылдан башлап эшләй башлаған. Профессор үҙе Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләгән йылдарын иң емешле осор тип иҫәпләгән ине. 2006-2016 йылдар арауығында монографияларҙан тыш студенттар, мәктәп уҡыусылары өсөн бик күп уҡыу әсбаптары, ҡулланмалар сығарҙы. Уның университетта эшләй башлаған йылдары уҡыу йортона бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың исемен биреү ваҡытына тура килә, шуны күҙ уңында тотоп Әхмәт Сөләймәнов Аҡмулланың ырыуҙаштары йәшәгән төбәктәргә экспедициялар ойоштороп, ошо йәһәттән дә ҙур эштәр башҡара.
«Башҡорт теле йылында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты матур күрһәткестәргә иреште, башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү буйынса бик мөһим һәм йөкмәткеле эштәр башҡарҙы. Буласаҡ уҡытыусылар белем алған башҡорт филологияһы факультеты урынлашҡан беҙҙең арҙаҡлы шәхестәребеҙ исемен йөрөткән ике аудитория асыу ҙа ошо матур сараларҙың береһе. Иң алдынғы интерактив техника менән заманса йыһазландырылған был уҡыу кабинеттарында студенттар төрлө проекттар, тикшеренеү эштәре үткәрер, сит илдәге ғалимдар менән бәйләнешкә сығыр тип күҙаллана. Беҙҙеңсә, башҡорт телен, әҙәбиәтен, фольклорын юғары фәнни кимәлдә өйрәнгән арҙаҡлы шәхестәребеҙ, мәшһүр ғалимдарыбыҙҙы, уларҙың ғилми мираҫын өйрәнеп үҫергә тейеш буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары»,— тип билдәләй Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова.
Читайте нас: