+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 17:31

Өфөлә мәктәптән һуң юғалған балаларҙы магазинда тапҡандар

Балаларҙы тапҡан саҡта класташ ҡыҙҙарының атаһы улар янында булған.

Өфөлә 11 декабрҙә хәбәрһеҙ юғалған балаларҙы эҙләү уңышлы тамамланды. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙы Дим районы магазинында тапҡандар. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн ағай менән һеңлене полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар. Уҡыусыларҙың ҡунған урыны хаҡында хәбәр ителмәй.

«Лиза Алерт. Башкортостан» ирекмәндәр төркөмөндә лә балаларҙы иҫн-һау булыуы тураһында яҙҙылар.

Балаларҙы тапҡан саҡта класташ ҡыҙҙарының атаһы улар янында булған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 декабрҙә 12 йәшлек ҡыҙ менән 14 йәшлек малай дәрестән һуң өйөнә ҡайтмаған. Туғандары был хаҡта полицияға хәбәр иткән. Эҙләүгә ирекмәндәр ҙә ҡушылған.

Читайте нас: