-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 20:53

Ҡоролтай Башҡорт теле көнө уңайынан уҙғарған конкурстарға йомғаҡ яһаны

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә өс йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр иғлан иткән ине. Бөгөн уларҙың һөҙөмтәләрен иғлан иттеләр.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә үткәргән Башҡорт теле көнөнә арналған интернет-конкурстарҙа бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡаралған, ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберә булып сыҡҡан.
«Әсәм теле — сәсән теле» конкурсында 60-тан ашыу эште ҡараныҡ. Был бәйгелә балалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Кокурстың талаптарына ярашлы, ойоштороусылар 18 йәштән өлкән ҡатнашыусыларҙың яҙмаларын ғына баһаланы. Конкурс 2 номинацияла— башҡорт теле туған тел булараҡ һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында ҡаралды. Туған тел булараҡ номинацияла еңеүсе итеп Салауат районынан Вәлиева Светлана, дәүләт теленән Өфө ҡалаһы 52-се лицейҙан Гейт Маргарита билдәләнде. Светлана Вәлиева Ф.Туғыҙбаеваның «Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто... » шиғырын, Гейт Маргарита К.Кинйәбулатованың «Туған телем» шиғырын һайлаған. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе Р. Ғарипов, З. Биишева, М. Ғафури, К. Кинйәбулатова, З. Ханнанова шиғырҙарын һөйләне.
«Тырыш!» йүнселдәр өсөн конкурста ҡатнашырға шәхси эшҡыуарҙар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар, үҙ мәшғүлдәр (шул иҫәптән һөнәрселәр) саҡырылғайны. Был номинацияға 9 эш килде. Еңеүсе итеп Балтас районынан Садыҡов Рәфис билдәләнде. Ул мебель эшләү менән шөғөлләнә.
«Матур донъя» видеояҙмалар конкурсы йәштәрҙә тарихҡа, мәҙәниәткә, тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелде. Был номинацияға 21 яҙма килде. Тыуған төйәктең матурлығын күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт!
Иң яҡшыһы тип Иглин районынан Алһыу Кәримованың яҙмаһы табылды.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм Башҡорт теле көнө менән тәбрикләйбеҙ! Туған тел артабан да тоғро юлдашығыҙ булып ҡалһын, ә уны белеү тормош ҡаҙаныштарығыҙҙың бер сәбәпсеһе булһын!
Беҙҙең конкурсҡа ижади эштәрен юллаған барлыҡ дуҫтарыбыҙға рәхмәт! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эштәрҙең күптәре конкурстарҙың алдан билдәле булған шарттарына тап килмәгәндә, еңеүсене билдәләгәндә ҡатнашманы. Шулай ҙа ижади эштәрегеҙҙе беҙгә юллағанығыҙ маҡтауға ғына лайыҡ.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! Байрам менән!
Читайте нас в