Бөгөн генә беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәбәр килеп етте: Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Радиҡ ҡыҙы Ғәйфуллина ауылда ғына түгел, район кимәлендә “Аманат” журналына яҙылыусылар араһында үҙенең призын булдырған. Ул да булһа яҙылыусыларға “BаshToy” фирмаһының планшетын уйната. Әлеге мәлдә Малай мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, барыһы ла тулыһынса “Аманат”ҡа яҙылған тип әйтергә була. Афарин, дуҫтар! Изге эштәрегеҙ һәр ваҡыт уң булып торһон! “Аманат” менән бергә булығыҙ! Берҙәм булайыҡ!