+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2020, 17:34

"Дуҫтар һөйөүе" номинацияһы эйәһе - Бөрйәндән!

"Аҡъюлай һылыуы" сиктәрендә лайк иҫәбе буйынса билдәләнә торған "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсе ҡыҙҙың исеме билдәле.

"Аҡъюлай һылыуы" сиктәрендә лайк иҫәбе буйынса билдәләнә торған "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсе ҡыҙҙың исеме билдәле.
Хәйер, йәшел лайктарҙы һанап үтәйек әле. Махсус ҡушымта ярҙамында беҙ лайк ҡуйыусыларҙың конкурс шарттарын үтәйме - юҡмы икәнен ҡарап барҙыҡ. Фотола ҡыҙыл төҫ менән шартты боҙоусыларҙың лайктары, ә йәшел төҫтә иһә уны дөрөҫ үтәүселәрҙеке билдәләнгән.
Һөҙөмтәләр былай булып сыҡты:
Аделина Мәрҙәншина, Туймазы районының Серафимовка ауылынан - 0;
Азалия Фәррәхова, Туймазы районының Серафимовка ауылынан - 8;
Гөлфиә Мусина, Ейәнсура районының Ҡырғыҙ Муйнаҡ ауылынан - 2;
Диана Мәхмүтова, Бөрйән районының Әбдҽлмәмбәт ауылынан - 25;
Яҙгөл Абдуллина, Әбйәлил районының Хәмит ауылынан - 9.
Шулай итеп, иң күп лайк йыйған фото Бөрйән районының Әбдҽлмәмбәт ауылы ҡыҙы Диана Мәхмүтованыҡы булып сыҡты! Ҡотлайбыҙ!
Ә Аҡъюлай һылыуының кемлеген һеҙ, "Аманат"тың декабрь һанын алғас, күрерһегеҙ. Әлегә сюприз булып торһон.
Читайте нас: