+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2020, 00:14

"Бөтөн мәктәп менән - "Аманат"ҡа!"

Акцияға ҡушылыусы дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Бөрйән районының Мәһәҙей һәм Ҡолғана мәктәптәре артынан Исламбай мәктәбе лә, "Бөтөн мәктәп менән - "Аманат"ҡа!" акцияһында ҡатнашып, бөтөн мәктәп менән "Аманат"ҡа яҙылған. Шуға ла, акцияның шарттарына ярашлы, Исламбайға барып, осрашыу үткәреп, мәктәпкә "Аманат"тың диуар сәғәтен бүләк итәсәкбеҙ, Маҡтау билдәләре менән Рәхмәт кәлимәләрен тапшырасаҡбыҙ. Бүтәндәрҙе лә исламбайҙарҙың өлгөһөнә эйәрергә саҡырабыҙ. Подписка 20 декабрь тамамлана, ашығығыҙ!
Читайте нас: