+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2020, 17:56

Киноға төшкөң киләме? Кастингҡа кил!

Режиссер Булат Йосоповтоң "Рәми. Шағир көндәлеге" тигән тулы метражлы фильмында ҡатнашыу өсөн 8 йәштән алып 13 йәшкә тиклемге малайҙар араһында кастинг үткәрелә.

Режиссер Булат Йосоповтоң "Рәми. Шағир көндәлеге" тигән тулы метражлы фильмында ҡатнашыу өсөн 8 йәштән алып 13 йәшкә тиклемге малайҙар араһында кастинг үткәрелә. Кастинг Өфөлә үтәсәк.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған кинофильмдың балалар кастингының беренсе этабы онлайн форматта үтә. Заявкалар 10 ғинуарға тиклем ҡабул ителә. Бының өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк:
1. Башҡорт телендә яттан берәй шиғыр, проза, йәки мәҫәлде яттан һөйләгән мәлде видеоға яҙҙырып алырға;
2. Видеоның атамаһында унда төшкән баланың исеме, фамилияһы, атаһының исеме, йәше, ҡайһы ауылдан, йәки ҡаланан икәнеген күрһәтергә;
3. Ошо һылтанмала бирелгән анкетаны тултырырға, шунда видео һәм фото ҡуйырға.
Йәш актерҙың 8 йәштән 13 йәшкә тиклем булыуы, мотлаҡ башҡортса һөйләшеүе шарт, әгәр ҙә ул быға тиклем спектаклдәрҙә, йәки фильмдарҙа ҡатнашһа - бигерәк хуп.
Ебәрелгән видеоларҙы ҡарағандан һуң, кастингтың икенсе этабы Өфөлә үтәсәк.
Читайте нас: