+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 14:28

Был көндө оҙаҡ көткәйнеләр

Илеш районының Рсай ауылында 50 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды.

Илеш районының Рсай ауылында 50 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды.
Социаль объект төҙөлөшө 2019 йыл аҙағында башланғайны. Дәүләт заказсыһы – Башҡортостан Капиталь төҙөлөш идаралығы. Был оҙаҡ көтөлгән балалар баҡсаһын төҙөү ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында мөмкин булды.
Балалар баҡсаһында универсаль зал, музыкаль һәм спорт күнекмәләре өсөн бина, тағы медицина, аҙыҡ-түлек блогы һәм башҡалар урынлашҡан. Балалар баҡсаһы биләмәһенда уйын майҙансыҡтары, бәләкәй архитектура формалары бар.
– Бәләкәй һәм өлкән төркөмдәрҙәге балаларҙың һәр йәһәттән тәрбиә алыуы өсөн барыһы ла эшләнгән. Моториканы үҫтергән, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн яңы уйынсыҡтар, заманса методик материалдар бар. Педагогтарҙы бигерәк тә техник йыһазландырыу – бәләкәстәргә әкиәттәр, презентациялар күрһәтеү мөмкинлеген биргән интерактив таҡта – оҡшаны, – тип белдергән мәктәпкәсә тиклемге ойошма тәрбиәсеһе Рәфидә Шакирова.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Илеш районы хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: