+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 15:17

Көньяҡ Урал мәктәптәре башҡорт кластарын биҙәү өсөн күргәҙмә материалдар алды

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы Силәбе өлкәһендәге дүрт мәктәпкә башҡорт кластарын биҙәү өсөн комплекттар бүләк итте.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы Силәбе өлкәһендәге дүрт мәктәпкә башҡорт кластарын биҙәү өсөн комплекттар бүләк итте. Уға билдәле яҙыусыларҙың портреттары, гәзит-журналдар, башҡорт алфавиты һәм башҡа күргәҙмә материалдар инә.
17 декабрҙә бүләктәр Арғаяш районының Күҙәш мәктәбе уҡыусыларына тапшырылды. Комплекттарҙы Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Руслан Абдуллин, Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәре Нурия Иҡсанова, Сирүси мәктәбе директоры, Силәбе өлкәһе Башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы ағзаһы Әлфиә Ҡотлохужина тапшырҙы.
Туған телде өйрәнеү, мәктәп программаһының мотлаҡ предметтары кеүек үк, төплө ҡараш талап итә. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы бүләк иткән материалдар башҡорт теле дәрестәрендә уҡытыусылар һәм балалар өсөн яҡшы ярҙам буласаҡ. Үҙ сиратыбыҙҙа Силәбе өлкәһендә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса эшмәкәрлекте дауам итербеҙ»,
- тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Руслан Абдуллин.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының материалдар комплекттары 6-сы, 8-се, 24-се мәктәптәренә лә тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге Көньяҡ Уралда башҡорт кластарына ярҙам күрһәткәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығына ҙур рәхмәтен белдерә.
Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: