Эйе, эйе, журналыбыҙҙың тоғро дуҫтары күпләп йәшәгән райондан йәнә хат алдыҡ шул! "Бөтөн синыф менән "Аманат"ҡа!" акцияһына ҡушылыуҙарын һөйөнсөләп, Брәтәк мәктәбенең 4-се синыфы етәксеһе Йәрмөхәмәтова Гөлдәр Марат ҡыҙы ебәргән уны. Оло рәхмәтебеҙҙе уларға Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт кәлимәһе формаһында ебәрәбеҙ. Тағы ла синыф менән төшкән фотолары киләһе йыл башында журналда баҫылып сығасаҡ.