+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 18:08

Миҙгел ауыр булһа ла

Йылайыр, Белорет, Ҡариҙел, Баймаҡ, Бөрйән райондарында ағас күпләп әҙерләнә.

Башҡортостан “Экология” милли проекты сиктәрендә 2019 йылдан “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектында ҡатнаша. Урман хужалығы үҫтереү буйынса аныҡ маҡсаттар ҡуйылған – “2024 йылға ағасты ҡырҡыу һәм ултыртыу нисбәте 100 процентҡа тиңләшергә тейеш”.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, төбәк проектының быйылға ҡуйылған барлыҡ маҡсатлы күрһәткестәре арттырып үтәлгән. Йәғни быйыл план буйынса ҡырҡылған ағас нисбәтенә ҡарата 97,3 процент урман тергеҙеү планлаштырылһа, урман хеҙмәткәрҙәре уны 106,5 процентҡа еткергән.
“Урмандарҙы һаҡлау “ төбәк проектына ярашлы 14,2 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу эштәре атҡарылырға тейеш булһа, урмансылар был һанды 14,9 мең гектарға еткергән. Ә 2019 йылда 13,9 мең гектар майҙанда ағас әҙерләү эштәре алып барылған.
Йылайыр, Белорет, Ҡариҙел, Баймаҡ, Бөрйән райондарында ағас күпләп әҙерләнә, шуға ла нәҡ ошо райондарҙа урман тергеҙеү эштәре күпләп алып барылған.
Ҡырҡылған участкаларҙа ағас ултыртыу һәм ҡороған йәш үҫентеләрҙе яңынан сәсеү өсөн 2,075 тонна (122 процент) орлоҡ һаҡламы булдырылған.
Бынан тыш, республикала көсөргәнешле янғын миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, урмандарға килтерелгән зыян 7,3 миллион һум тәшкил иткән. “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса күрһәткес үтәлгән, йәғни йыл һөҙөмтәһе буйынса ундай юғалтыуҙар 18,3 миллион һумдан артырға тейеш булмаған.
Әлбиттә, йәшел ҡалҡанды һаҡлап ҡалыуҙа федераль проект сиктәрендә алынған һәм хәүефле миҙгел башланғансы ведомствоға ҡараған учреждениеларға тапшырылған яңы янғын һүндереү техникаһының ярҙамы ҙур була. Урман хужалығы министрлығы берләшмәләре һәм ведомство-ара хеҙмәттәшлек алып барыу янғындарҙы ваҡытында һүндереүгә ҙур өлөш индерә.
Әйтергә кәрәк, “Экология” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указадарына ярашлы уңышлы тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#сохранениелесов #ЗеленаяБашкирия
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: