Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республика Башлығы иғлан иткән
Башҡорт теле йылында, башҡорт телен һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн бик күп үҙенсәлекле проекттар ойошторолдо. Атап әйткәндә, «Башҡорт теле: яңы ҡараш – 2» веб-ҡушымталарҙың исем туйы, Башҡорт теле көнөнә арналған «Vibeргә» интернет-конкурсы, мәктәп уҡыусылары, профессиональ һәм юғары белем биреү ойошмалары студенттары араһында «Иң популяр башҡорт блогеры» конкурсы уҙҙы.