2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде.
Бөгөн тейешле документтарға ҡул ҡуйыла. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Иң мөһиме, иң ҡәҙерлеһе – кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере, реабилитация һәм башҡа бик күп мәсьәләләр, мин был турала әйткәйнем. Республикала бының өсөн ресурстар етер тип уйлайым», — тип билдәләне Радий Хәбиров.