+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2020, 14:43

Ҡышҡы каникулдан һуң нимә эшләрбеҙ?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күҙаллауынса, 11 ғинуарҙан уҡыусылар дистанцион форматта уҡымаясаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күҙаллауынса, 11 ғинуарҙан уҡыусылар дистанцион форматта уҡымаясаҡ. Был хаҡта ул бөгөн республика идаралығы кәңәшмәһендә хәбәр итте.
"Белем усаҡтарында дезинфекция үткәрергә, мединспекторҙарҙың эшен яйға һалырға, яҙҙы хәүеф-хәтәрһеҙ ҡаршылап, үткәрергә кәрәк. Дистанцион уҡыуҙы яҡшыртыуҙы ла дауам итеү зарур, - тине төбәк етәксеһе. - Быйылғы йыл ауыр булды, мәғариф системаһына ла еңел булманы. Тиҙ арала дистантға күсергә тура килде. Күп нәмә тейешлесә килеп сыҡманы, уҡытыусылар әҙер булмай сыҡты. Шулай булһа ла улар яңы форматҡа өйрәнде, етешһеҙлектәр күп булһа ла. Пандемия тип, уҡытыуҙы туҡтатманыҡ, бының өсөн бөтөн уҡытыусыларға ла ҙур рәхмәт! Мәктәптәребеҙҙең инфекция ояһына әүерелмәүе өсөн дә рәхмәт. Шулай ҙа, йәшерен - батырын юҡ, уҡыу сифаты түбәнәйҙе. Хәҙер ошо етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә кәрәк буласаҡ. Уҡыу йылы аҙағында БДИ һөҙөмтәләре буйынса күрһәткестәр юғарыраҡ булырға тейеш - республиканың Мәғариф министрлығына ошондай бурыс йөкмәтелә", - тине Радий Хәбиров, Айбулат Хажинға мөрәжәғәт итеп.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: