+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 17:32

“Берҙәм Рәсәй” партияһы балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә

“Теләктәр Шыршыһы” акцияһы 2018 йылдан бирле ҡуйыла. Быйыл ул ун меңдән ашыу баланың хыялы тормошҡа ашырырға ярҙам итте ул. Ғәҙәттә, шыршыға ҡаты сир менән сирләүсе, һаулығы сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар теләктәрен яҙып ҡалдыра.

Башҡортостандан, Байкал Аръяғы крайынан, Нижегородская, Псков өлкәләренән бер нисә баланың теләктәрен партияның Генераль советы сәркәтибе Андрей Турчак үҙе тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, “Теләктәр Шыршыһы”нан ул Башҡортостандан Ариана исемле 7 йәшлек ҡыҙҙың конвертын алып уҡыны һәм уға Ти-Рекс динозавры интерактив уйынсығын бүләк итте.
“Теләктәр Шыршыһы” акцияһы 2018 йылдан бирле ҡуйыла. Быйыл ул ун меңдән ашыу баланың хыялы тормошҡа ашырырға ярҙам итте ул. Ғәҙәттә, шыршыға ҡаты сир менән сирләүсе, һаулығы сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар теләктәрен яҙып ҡалдыра. Төрлө кимәлдә хеҙмәт итеүсе депутаттар, уларҙы 2021 йылдың февраль аҙағына тиклем асып ҡарап, теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Башҡортостанда “Теләктәр Шыршыһы” “Башкортостан” Дәүләт концерт залында ҡуйылған.
“Балаларҙың күбеһе телефон, планшет кеүек гаджет һорамай, йышыраҡ спортҡа, ижадҡа, һаулыҡты нығытыуға бәйле теләктәр яҙа. Уларға роликтар, үҙэйелгес (самокат) тапшырҙыҡ, бер бала яратҡан йырсыһы Эльвин Грей менән осрашырға теләп яҙған ине, артист менән һөйләшеп, осраштырҙыҡ. Бер ҡыҙ һеңлеһенә кәзә малы бүләк итегеҙ, тип яҙған ине, сөгки һеңлеһенең һыйыр һөтөнә аллергия булған икән. Был теләк тә тормошҡа ашырылды. Алда башҡарыласаҡ эштәр күп әле. Акция аҙағына тиклем партия көсө менән йөҙәрләгән кешенең теләктәрен бойомға ашырырға ниәтләйбеҙ”, - ти “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының ирекмәндәре республикала Яңы йыл байрамы кәйефен дә бүләк итә: ковид-госпиталдәрҙә шыршыларҙы биҙәй, медицина хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренә һәм ветерандарҙың өйҙәренә бүләктәр ташый, балалар интернаттарында байрам иртәлектәре уҙғара. Яңы йыл каникулында ла улар эш менән мәшғүл булмаҡсы: медицина хеҙмәткәрҙәрен йылы аш менән тәьмин итеү, өйҙәренә табип саҡыртҡан пациенттарға уларҙы алып барып еткереү, дауаханаларҙың ҡабул итеү бүлмәләрендә шәфҡәт туташтарына ярҙам итеү, сирлеләрҙең өйҙәренә аҙыҡ-түлек, дарыу ташыу кеүек мөһим эштәр уларға йөкмәтелә.
Фото: http://gsrb.ru/upload/iblock/37c/Елка%20желаний.jpeg
Читайте нас: