+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 16:56

Кремль Шыршыһын ҡайһы каналдан ҡарарға?

Быйыл Кремль Шыршыһы беренсе тапҡыр телевизион форматта үткәрелә. Кремль Һарайында ҡуйыласаҡ "Йылдың бишенсе миҙгеле, йәки Яңы йылды кем уйлап тапҡан?" спектаклен теләге булған һәр кем 31 декабрҙә телевизорҙан ҡарай ала.

Быйыл Кремль Шыршыһы беренсе тапҡыр телевизион форматта үткәрелә. Кремль Һарайында ҡуйыласаҡ "Йылдың бишенсе миҙгеле, йәки Яңы йылды кем уйлап тапҡан?" спектаклен теләге булған һәр кем 31 декабрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 18.00 "Карусель" каналында ҡарай ала.
Спектаклдә Мәскәү театрҙарының һәм кино сәнғәтенең сағыу йондоҙҙары, Рәсәйҙең акробатика буйынса йыйылма командаһы, спорт рок-н-роллы буйынса донъя һәм Европа чемпиондары ҡатнаша.
Кремль Шыршыһы байрамының трансляцияһын ҡабаттан 7 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 19.00 һәм 13 ғинуарҙа 17.00 сәғәттә ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: