+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 13:34

Журналыбыҙҙың аҡъюлай һаны – Ҡыш бабайҙың серле тоғо кеүек!

Ысын-ысын! Уның һәр битендә “тәмле мәғлүмәт” тә “татлы ҡотлауҙар”! Ышанмаһағыҙ, почта йәшниген асып ҡарағыҙ әле... Ә беҙ һеҙҙе журналдың яңы һанына күҙәтеү менән таныштыра торабыҙ.

Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән, дуҫтар! Моғайын, был сихри мәлде күптәрегеҙ түҙемһеҙләнеп көтәлер, шулаймы? Ә “Аманат”тың яңы һанын көтәһегеҙме? Бына-бына ул һеҙҙең почта йәшниктәрегеҙгә барып етер, бер аҙ сабырлыҡ ҡына кәрәк.
Журналыбыҙҙың декабрь һаны ҡотлауҙарға бик бай. Йыл буйы, тырышып, беҙгә ҡыҙыҡлы хикәйә, мәҡәләләр яҙыусы “Аманат”тың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаттарын билдәләү, йәш хәбәрселәрҙе тәбрикләү (әйткәндәй, быйыл улар дүртәү – Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан улар), “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа”, “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа” акцияларына дәррәү ҡушылыусылар тураһында мәғлүмәт журналыбыҙҙың тәүге биттәрен йәмләй.
“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт һәм “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр, “Мажаралы бала саҡ”, “Мин донъяны һүрәтләцйем”, ”Күҙ менән ҡаш араһы” конкурстары еңеүселәренең исемдәрен дә ошо аҡъюлай һанында табырһығыҙ.
Яңы йыл, ҡыш тураһында беҙгә Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенең 5-се “А” синыфы уҡыусылары бер шәлкем шиғырҙарын ебәргәйне. Уларҙың ижад емештәре ниһайәт журналда донъя күрҙе.
Белорет районында йәшәп ижад итеүсе Мәүлит Кәримдең “Шыршының һеңлеһен йәлләйем” хикәйәһе һәм Әбйәлил районы Тупаҡ ауылынан ижадсы Марсель Хамматовтың “Бесәйгә йыл кәрәкме, әллә йылымы?” әкиәте, моғайын, һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ. Шулай уҡ Зарина Бағышаеваның “Яуапһыҙ мөхәббәт!” хикәйәһе лә журналыбыҙҙа баҫылды. Тәүге хистәр даръяһына сумып, яуапһыҙ һөйөү ғазабын татып өлгөргән үҫмерҙәр был хикәйәлә үҙҙәрен танып, тетрәне-р, моғайын. Ике ауылдаш Таһир менән Ғәзизәнең мөхәббәте тураһында журналыбыҙҙың 8-13-сө биттәрендә уҡырһығыҙ.
Батыр йөрәкле башҡорт яугирҙарының байтағы Ҡобау ырыуынан сығыуын беләһегеҙме? Тарихсы Азат Юландың Ҡобау ырыуы тураһында мәҡәләһе хәҙерге Туймазы, Бүздәк, Иглин райондарында көн итеүсе ҡобауҙар тураһында булыр. Шул тарафтарҙа йәшәүсе журнал уҡыусыларыбыҙ ҙа бар. Уларға был мәғлүмәт шәжәрә төҙөгәндә бик файҙалы булыр.
2019 йылда 14 декабрь Башҡортостан Башлығы Указы менән “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителгәйне, ә 2020 йыл иһә Башҡорт теле йылы булып тарихҡа инде. Илдә пандемия шарттары хөкөм һөрһә лә Башҡорт теле йылы туған телебеҙҙе өйрәнеүҙе алдынғы технологиялар ҡулланыуға, уны үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға бай булды. Йыл дауамында ниндәй саралар уҙғарылды, ниндәй яңылыҡтар мәғариф күген яҡтыртты – был хаҡта ла “Аманат” журналында мәғлүмәт бар.
Журналыбыҙҙың эске ялтыр битен был һанда 2021 йылдың календары һәм Сибай концерт- театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры коллективының йәмле фотоһы биҙәй. Ә театр артистары тураһында мәҡәләне “Аманат”тың әүҙем хәбәрсеһе Рифат Йәмлихин яҙҙы. “Сулпан”дар быйыл да балаларға бик күркәм тамашалар әҙерләгән - “Яңы йыл әкиәте”, “Ысын Ҡыш бабай” спектаклдәрен, моғайын, бәғзеләр ҡарап та өлгөргәндер әле.
“Еңеү еңел бирелмәне” конкурсына быйыл эштәр бииик күп килде. Уға йомғаҡты беҙ ғинуар айында яһарға булдыҡ. Ә был һанда беҙ һеҙгә Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының 1-се гимназияһы уҡыусыһы Азалия Исрафилованың “Онотолмай үткәндәр” тигән хатын тәҡдим итәбеҙ.
“Минең шәжәрәм” конкурсын беҙ яңыраҡ иғлан иткәнгә күрә, әлегә уның еңеүселәрен билдәләмәй торабыҙ. Был юлы һеҙ “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе, Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбе уҡыусыһы Рәсилә Ғарифуллинаның “Ҡалаҡбаш араһы ҡыҙымын” тигән мәҡәләһен уҡырһығыҙ.
Әлбиттә, йыл хужаһы – Һыйыр (Үгеҙ) тураһында ла яҙмай булмай. Башҡорттарҙа һыйыр малы көнкүрештә ниндәй роль уйнаған, “Ҡуңыр буға” эпосының мәғәнәһе тураһында Вәсилә Зарипова үҙенең мәҡәләһендә тәфсирләп аңлатҡан.
Ошо урында “Аманат”тың аҡъюлай һанына күҙәтеүҙе ослап торайыҡ. Ҡалған ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте почта йәшнигендә тиҙҙән табырһығыҙ. Ә беҙ һеҙгә тағы берҙе иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: "Аманат"ҡа яҙылырға бер ҡасан да һуң түгел! Подписка осоро тамамланһа ла һеҙ 2021 йылдың тәүге яртыһына, ошо һылтанма - https://podpiska.pochta.ru/press/П2706 аша инеп, онлайн яҙыла алаһығыҙ. Киләһе йылдың февраль - июнь айҙары өсөн хаҡы - 308 һум да 40 тин генә! Ә ғинуар һанын редакцияға килеп, һатып ала алаһығыҙ, йәки уны почта аша ебәрәбеҙ.
Яңы йылды “Аманат” менән ҡаршы алығыҙ, дуҫтар! Эстәлекле баҫма уҡып, аҡыллы һәм рухлы булып үҫегеҙ!
Читайте нас: