0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2020, 13:17

Дистанцион уҡыу һәм Интернет булмауы тураһында

Төбәк башлығы менән матбуғат конференцияһы ваҡытында онлайн форматта республика халҡынан ауылдарға ҡасан сифатлы Интернет селтәре барып етәсәге тураһында ла һорауҙар килде.

Төбәк башлығы менән матбуғат конференцияһы ваҡытында онлайн форматта республика халҡынан ауылдарға ҡасан сифатлы Интернет селтәре барып етәсәге тураһында ла һорауҙар килде. Уҡыусыларҙың дистанцион форматта белем алыу процессына туранан-тура бәйле был мәсьәлә тураһында Радий Хәбиров былай тине:
" 2020 йылдың яҙында дистанцион уҡыуға күскәс, төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе уҡыусыларҙың өйҙәрендә тотороҡло Интернет булмау сәбәпле, улар яҡшылап онлайн дәрестәргә инә алманы. Шуға беҙ "Ростелеком" менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ һәм ул компания үҙенең инвестиция программаһы сиктәрендә райондарҙа вышкалар ҡуйырға, Интернетты яҡшыртырға ризалашты. Әлеге ваҡытта был проект бойомға ашырыла башланы. "Ростелеком"дың вышкалары артыуы республикала Интернет мәсьәләһен яҡшыртасаҡ. Бөтөн Башҡортостанда ла өҙлөкһөҙ селтәр булһын өсөн артабан да эшләйәсәкбеҙ. 2021-2022 йылдарҙа Интернет күпселек эре ауылдарҙа буласаҡ".
Фото: https://glavarb.ru
Читайте нас: