+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2020, 12:58

Радий Хәбиров: "Минең улымда ла коронавирусҡа ҡаршы антиесемдәр бар"

Кисә кис Башҡортостан Башлығы журналистар менән матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ул унда үҙенә, ғаиләһенә ҡағылышлы мәғлүмәт менән дә уртаҡлашты.

Кисә кис Башҡортостан Башлығы журналистар менән матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ул унда үҙенә, ғаиләһенә ҡағылышлы мәғлүмәт менән дә уртаҡлашты.
Әлбиттә, һүҙ пандемия, коронавирус тураһында ла барҙы. Радий Фәрит улы үҙ теләге менән коронавирустан «Спутник V» вакцинаһын эшләтеүен әйтте. Ул тәүгеләрҙән булып үҙ теләге менән тәжрибә осоронда уҡ яһатҡан уны.
Төбәк башлығына рәсми документтар буйынса нисә кешенең вирус менән сирләүе, һауығыуы тураһында һоранылар. Радий Хәбиров, коронавирус менән ауырығандарҙың теүәл һанын берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай, сирҙе йәшерен формала үткәргән кешеләр бик күп, тип яуап бирҙе. Рәсми статистика буйынса, бөгөнгә 18 782 кеше коронавирус менән сирләгән, ләкин был һан күберәк, әлбиттә, сөнки күптәр вирус йоҡторғанын да белмәне.
"Мәҫәлән, тикшереп ҡарағайныҡ, баҡтиһәң кескәй улымдың организмында ла антиесемдәр барлығын белдек. Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, үлем осраҡтарының артыуы өсөн ҡайғырабыҙ. Быға коронавирус йоғонто яһаны тигән һүҙ түгел. Киләһе йылда хәлде төҙәтербеҙ", — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров вирусҡа ҡаршы тороу, пандемияны бөтөрөү өсөн кешеләрҙә коллектив иммунитет булдырырға кәрәклеге тураһында ла әйтеп үтте. "Республикала ике миллиондан ашыу кешегә прививка эшләргә кәрәк. Киләһе йылдан вакцина күпләп килә башлай", - тине ул.
Читайте нас: