+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 23:20

Яңы 2021 йыл менән дуҫтар!

Етеп килгән Яны 2021 йыл менән! Өйҙәрегеҙ йылы булһын. Түрҙәрегеҙ киң булһын. Сөкөрләшеп, мәж килешеп сәй эсерлек моң булһын. Дәрт булһын. Туғандар булһын.

Етеп килгән Яны 2021 йыл менән! Өйҙәрегеҙ йылы булһын. Түрҙәрегеҙ киң булһын. Сөкөрләшеп, мәж килешеп сәй эсерлек моң булһын. Дәрт булһын. Туғандар булһын.
Арып, үҙ өйөңдәге тәмле генә сәйҙе һағынып ҡайтырлыҡ эшегеҙ булһын. Һағынып көткән яҡындарығыҙ булһын. Кәлүш кеймә, ана, быйма эләктер, тип хәстәрләп торған ғәзиздәрегеҙ булһын. Донъялар имен булһын.
Күңелдәр көр булһын. Ихаталар аҡ көрт булһын. Тәҙрәләрҙә уттар булһын. Тормош йыры гөрләп торһон...
Читайте нас: