+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар 2021, 00:09

Куранттар һуға, сабыйҙар тыуа

Яңы йылдың тәүге минутында уҡ Башҡортостанда тәүге сабыйҙар донъяға килде: 6 малай һәм 9 ҡыҙ бала.

Яңы йылдың тәүге минутында уҡ Башҡортостанда тәүге сабыйҙар донъяға килде: 6 малай һәм 9 ҡыҙ бала.
Иң тәүге булып, 00.30 минутта ҡыҙ бала тыуҙы.Уның ауырлығы 3500 грамм, буйы – 52 см. Сабыйҙы Өфө Перинаталь үҙәк табиптары ҡабул итте. Әсәй менән сабыйҙың больницанан сығыуын Өфө районының Нижегородка биҫтәһендә ғаиләһе көтә.
Ризығығыҙ мул, һаулығығыҙ ныҡлы, бәхетегеҙ мөлдөрәмә тулы булһын, бәләкәстәр! Төклө аяғығыҙ менән, бәпәйҙәр!
Башҡортостаныбыҙҙың барлыҡ балалары ла һау-сәләмәт, бәхетле, атай-әсәйле булып үҫһен!
(Фотолар интернет селтәренән алынды)
Читайте нас: