+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ғинуар 2021, 18:25

Баймаҡ районында данлыҡлы батыр Алдар Иҫәкәевҡа һөйкәл асылды

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында башҡорт тарханы, Бөрйән улусы старшинаһы, Ҡрым һәм икенсе Азов походтары яугире Алдар Иҫәкәевҡа һөйкәл асылды.

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында башҡорт тарханы, Бөрйән улусы старшинаһы, Ҡрым һәм икенсе Азов походтары яугире Алдар Иҫәкәевҡа һөйкәл асылды. Һындың авторы— скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Өлфәт Ҡобағошов. Һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажитдинов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты. Һәйкәлде урынлаштырыуҙа ярҙамды эшҡыуар Нур Тажитдинов күрһәтте.

Сығанаҡ: https://kurultai.ru/ba/content/1810-v-bajmakskom-rajone-otkryli-pamyatnik-legendarnomu-batyru-aldaru-isekeevu/
Читайте нас: