Ғәли Соҡорой 1826 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйөҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Шаҡтай бай һәм күп яҡлы әҙәби мираҫ ҡалдырған. Беҙҙең көндәргә ундан артыҡ баҫма китабы һәм бер нисә тиҫтә кулъяҙма әҫәре килеп еткән.
Ғ. Соҡоройҙоң ижад позицияһы, нигеҙҙә, Урта Азияның дини-мистик йүнәлештәге поэзияһы йоғонтаһонда формалашһа ла, әҫәрҙәрендә демократик идеялар һәм донъяуи мотивтар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, шиғриәтенең төп жанрҙарынан булған мәдхиәләрендә һәм мәрҫиәләрендә әҙип, теге йәки был шәхестең биографияһын һәм эшмәкәрлеген һүрәтләп, тормоштоң конкрет, йәнле картиналарын тыуҙыра. Дуҫтар, иғтибарығыҙға радио фондынан Ғәли Соҡоройға арналған тапшырыу тәҡдим итәбеҙ.
-10 °С
Болотло