-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ғинуар 2021, 19:26

Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 195 йыл

Бөгөн башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң (Мәхәммәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков) тыуыуына 195 йыл.

Бөгөн башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң (Мәхәммәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков) тыуыуына 195 йыл. Ул 1826 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Шаҡтай бай һәм күп яҡлы әҙәби мираҫ ҡалдырған. Беҙҙең көндәргә ундан артыҡ баҫма китабы һәм бер нисә тиҫтә ҡулъяҙма әҫәре килеп еткән.

Ғәли Соҡорой сығышы менән мулла ғаиләһенән. Уның ҡартатаһы Кейек старшина Ҡара Табын башҡорт ырыуында иң атаҡлы кешеләрҙең береһе булған. Мөхәммәтғәли үҙ тыуған ауылы, яҡын тирәләге һәм алыҫыраҡ мәҙрәсәләрҙә 22 йәшенә тиклем һабаҡ алған, дин ғилемен ныҡлы үҙләштергән. Күпмелер ваҡыт Көньяҡ Урал, ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡытып йөрөгәндән һуң 1849 йылда Стәрлебаш мәҙрәсәһенә килә һәм бер ни тиклем белемен камиллаштырып, үҙе шунда шәкерттәргә дәрес бирә башлай. Мәҙрәсәлә уҡытҡан шағир Шәмсетдин Зәки менән дуҫлаша, унан шиғриәт серҙәренә өйрәнә. 1852 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәп, крәҫтиән эше менән шөғөлләнеп, балалар уҡытып ғүмер итә.

Ғәли Соҡорой 3 ҡыҙ, 5 ул тәрбиәләп үҫтерә. Ғатаулла, Ғиниәтулла, Ғарифулла исемле улдары шулай уҡ заманының уҡымышлы кешеләре булып таныла. Әйткәндәй, Ғарифулла Кейеков та яҙыусы булараҡ билдәле.

«Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһап, бар ваҡытымды һәм көсөмдө шул шөғөлдәргә сарыф ҡылдым, — тип яҙған Ғәли Соҡорой. — Мәсет һәм мәҙрәсә араһында хеҙмәт итеп ирәкте башҡортоноң иң ғәли миннәтле заты булып торамын».

Ғәли Соҡорой ун ете йәшендә беренсе шиғырҙарын әсәһенә һәм уҡытыусыһына бағышлап яҙған. Уның ижадына Урта Азия шағирҙәре Әхмәт Йәсәүи, Аллаяр-Суфи, Фирдәүси, Сәғҙи, Хәфиз йоғонто яһай. Ул бик күп китаптар авторы. Ләкин уның байтаҡ әҫәрҙәре әле лә баҫтырылмаған. Ҡульяҙмаларының күп өлөшө Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында һаҡлана. Был ҡуляҙмаларҙы улы Ғарифулла Кейеков тапшырған.

Ғәли Соҡоройҙоң иң ҙур әҙәби мираҫы итеп уның шәжәрәһен атарға була. Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе XVII-XVIII быуаттар тирәһендә яҙылған. Ул башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем Ҡазан ханлығы менән мөнәсәбәтен сағылдыра. Шәжәрәлә иҫкә алынған Соҡор ауылы хәҙерге Тәтешле районында урынлашҡан. Шулай уҡ «Тәуарихи Болғарийа, йәки Тәкриби Ғари» тигән тарихи-әҙәби әҫәре лә иғтибарға лайыҡ. Әлеге көндә китап Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеү институтының Санкт-Петербург бүлеге фондында һаҡлана.

1996 йылда Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 175 йыл тулыу уңайынан әҙип исемендәге премия булдырыла. Төрлө йылдарҙа уға Кәүсәриә Шафиҡова, Фәрит Суфияров, Рәдиф Тимершин, Зинира Атнабаева һәм башҡалар лайыҡ була.

2001 йылда Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында күренекле мәғрифәтсенең йорт-музейы асыла. Шулай уҡ Юғары Тәтешле ауылындағы бер урамға Ғәли Соҡорой исеме бирелгән.

Читайте нас: