-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 19:03

Йәш хәбәрселәрҙең беренсе республика фестивале була

26 ғинуарҙа Өфөлә йәш хәбәрселәрҙең беренсе республика фестивале уҙғарыла.

26 ғинуарҙа Өфөлә йәш хәбәрселәрҙең беренсе республика фестивале уҙғарыла. Ойоштороусы – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһы. Фестивалгә 10-11-сы класс уҡыусылары һәм колледж студенттары саҡырыла.

«Фестивалдә билдәле журналистарҙың оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, видеокүперҙәр, масс-медиа донъяһынан ҡыҙыҡлы шәхестәр, университет уҡытыусылары менән осрашыуҙар була, яңы проект иғлан ителә һәм Йәш хәбәрселәр клубы ойошторола», — тип белдерҙе ойоштороусылар.

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 20 ғинуарға тиклем [email protected] электрон почтаһына ғариза ебәрергә кәрәк. Унда ҡатнашыусының исем-шәрифе (тулыһынса), бәйләнеш өсөн телефоны, класы, курсы, электрон почтаһы күрһәтелә.

Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән (347) 273-93-12; 8-965-656-26-56 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Читайте нас в