+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2021, 13:18

Балаларҙы 1-се синыфҡа ҡабул итеү ҡағиҙәләре үҙгәрә

2021 йылда ата-әсәләрҙән баланы 1-се синыфҡа ҡабул итеү тураһындағы ғаризаһы 1 февралдән ҡабул ителмәй. Тулыраҡ - сайтта.

2021 йылда ата-әсәләрҙән баланы 1-се синыфҡа ҡабул итеү тураһындағы ғаризаһы 1 февралдән ҡабул ителмәй. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 458-се бойороғо буйынса 2021 йылда уны 1 апрелдән генә яҙырға мөмкин буласаҡ. Үҙе йәшәгән урынға яҡын мәктәпкә, шулай уҡ апай-ағайҙары уҡыған белем усағына алыныу буйынса өҫтөнлөктәре булған балалар өсөн документтар тапшырыу ваҡыты нәҡ 1 апрелдән башлана һәм 30 июндә тамамлана. Мәктәпкә ҡабул итеү тураһындағы документты директор 30 июндән һуң 3 көн эсендә әҙерләргә тейеш. Йәғни тәүҙә документтар ҡабул ителә, шунан һуң ғына бойороҡтар сығарыла башлай.
Ә бына йәшәгән урыны буйынса мәктәпкә беркетелмәгән осраҡта ғаризаны 6 июлдән бирергә кәрәк. Һеҙ теләгән белем усағында урын булһа, баланы уҡырға алырға тейештәр. Урын юҡ икән, мәғариф идаралығы икенсе мәктәпкә урынлашырға ярҙам итә.
Читайте нас: