Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанға 13 842 вакцина дозаһы ҡайтарылған, ә йыл аҙағына тиклем был күләм бер миллионға тиклем еткереләсәк.
39 вакцинациялау пункты эшләйәсәк.
Әле 7542 кешегә прививка яһалған, шул иҫәптән 5052 медицина хеҙмәткәренә, 1672 уҡытыусыға, 100 полиция хеҙмәткәренә, 718 социаль тармаҡта эшләүселәргә.
Ағымдағы йылдың 12 ғинуарында ҡайтарылған 6300 доза вакцина, үрҙә телгә алынған кешеләр менән бер рәттән, шулай уҡ, социаль учреждениеларҙа йәшәүселәргә лә яһаласаҡ.
Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинациялау Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының махсус приказы менән прививкаларҙың Милли календаренә индерелгән.
Киң вакцинациялау кампанияһы Владимир Путин ҡушыуы буйынса 18 ғинуарҙан башлана.
Гамалея фәнни-тикшеренеү үҙәге етештергән ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак векторлы вакцинаһы (Спутник V) булдырған иммунитет ике йылға тиклем етә.
Иммунизациялау ирекле формала үткәрелә.
Башҡортостанда, ғөмүмән, ике миллион кешегә прививка яһарға ниәтләйҙәр: был эпидемияны туҡтатырлыҡ коллектив иммунитет тыуҙырыу өсөн кәрәк. Инъекция икәү – өс аҙна интервал менән яһала.
Тәүгеһенән һуң организмда антиматдәләр хасил була, икенсеһенән һуң һөҙөмтә нығытыла, 42-се көнгә ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килә. Вакцинаның һөҙөмтәлелеге – 95 проценттан ашыу. Ә сирҙең ауыр эҙемтә барлыҡҡа килтереү ихтималлығын 100 процентҡа тиклем иҫкәртә.
Әйткәндәй, коронавирустан прививка бушлай яһала.
Вакцинациялауға “Табипҡа” тигән махсус ҡушымта йә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙылырға буласаҡ. Әле был эш яйға һалына һәм республикаға ҙур күләмдә вакцина ҡайтарылыу менән эшләй башлаясаҡ.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева