Ҡыш булғас ҡыш булһын инде, ти ололар. Был аҙна үтә һыуыҡ була ти Башгидрометцентр белгестәре.
Бөгөн көн аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ.
Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ, ҡар. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, секундына 3-8 метр тиҙлектә.
Һауа температураһы төндә -20, -25, урыны менән -32, көндөҙ -16, -21, көньяҡта -12 градус.
Фото: Рахманғолова Асия. Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.