-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 13:18

Республикала ғаиләлә низағ сығыу, йәберләү, айырылышыу буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла

26 һәм 27 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү телефоны буйынса ғаиләлә низағ сығыуҙы, йәберләүҙе, айырылышыуҙы иҫкәртеү һәм хәл итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш эшләй.

«Айыҡ ауыл 2021» конкурсы барышында 26 һәм 27 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү телефоны буйынса (8-800-347-5000) ғаиләлә низағ сығыуҙы, йәберләүҙе, айырылышыуҙы иҫкәртеү һәм хәл итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш эшләй.

Республикала һәр кем аноним рәүештә һәм бушлай башҡорт, рус телдәрендә белгестәр менән кәңәшләшергә мөмкин.

«Бәхәсте нисек хәл итергә? Нисек бер фекергә килергә? Эскелек менән мауыҡҡан һәм наркотик ҡулланған яҡыныңа нисек ярҙам итергә? Түҙергә һәм көтөргә ярамаған осраҡта нимә эшләргә? Ғаиләлә йәберләү осраҡтары булһа, нимә эшләргә?» — республика халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына юғары квалификациялы белгестәр яуап бирә.

Акцияны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Читайте нас в