Ел көньяҡтан һәм көнбайыштан иҫһә лә алдағы көндәрҙә йылы булмай, ти синоптиктар.
Алдағы өс көндә республикала һауа торошо көндәҙ - 12-20 градус, ә төндә - 16-25 градусҡаса көтөлә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һалҡын антициклон һауа торошон билдәләй.
Йәкшәмбе, 24 ғинуарҙа, көндөҙ 0 градус була, ә төндә -12 градустан түбәнәймәй.
Киләһе аҙнала Өфөлә йылы булыуы көтөлә. Хатта + 2 градусҡаса күтәрелеүе, ямғыр яуыуы ихтимал, тип фаразлай синоптиктар.
Фото: Заһиҙә Рәжәпова, Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы.