+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 16:17

Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбендә

Билдәле шағир Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов ижады менән һуғарылған тотош башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгө үтте

Эйе, Бөрйән районы мәктәптәрендә халҡыбыҙҙың мәшһүр шағирҙары һәм яҙыусылары ижадын.тормошон өйрәнеүгә бик ныҡ иғтибар бирелә. Беҙҙең Мәһәҙей мәктәбендә
билдәле райондаш шағирыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар, журналистар Союзы ағзаһы, күренекле шағир, тиҫтәнән ашыу китап авторы, Рәмзилә Хисаметдинова һәм Самат Ғәбиҙуллин әҙәби премиялары лауреаты, мәғариф ветераны , Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре , тынғыһыҙ ижадсы, район ”Баҙал” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе, юбиляр Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов ижады менә һуғарылған
тотош башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгө үтте.
Иң тәүҙә,рухи аҙыҡ менән тулы ун көнлөктө асып, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы , Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова инеш һүҙ әйтте һәм уҡыусылар, уҡытыусылар аяғүрә баҫып Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә, Мөхәррәм Сәлимов көйөнә яҙылған “Башҡорт теле” йырын йырланылар.
Ун көнлөк барышында Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов ижадын өйрәнеү, шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса саралар һоҡланғыс булды. Шағирҙың ижадын яратыусыларҙың уҡыусылар араһында күп булыуы бик тә ҡыуаныслы.. “Ерем, илем, телем, халҡым!” темаһына үҙ ижадында киң урын биргән илһөйәр шағирҙың тормош юлына, китаптары, эшмәкәрлегенә арналған сағыу күргәҙмә һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Шағирҙың ижадына ғашиҡ уҡыусыларыбыҙ бихисап. Гөлнәзирә Сәйәхова, Гөлдәриә Ишимова, Рәсилә Ғарифуллина, Розалия Мөхәмәтова, Мансур Хәсәнов, Динар Ғарифуллин. Вилнур Мөхәмәтов, Алмаз Хисаметдинов, Арслан Насыров, Илсур Дәүләтшин, Айҙар Маликов , башланғыс класс уҡыусылары олуғ шағир Сәрүәр Әбүталип улының "Семәрле беләҙек", "Былбылдар һайрағанда" һәм башҡа китаптарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйҙар.
Шағир С.Ғәләүетдинов ижады сиктәрендә һүҙлектәр менән осрашыу, мәктәп китапханаһына экскурсия ойоштороу, "Шиғри сылбыр" республика Интернет - флешмобында ҡатнашыу менән бер рәттән, Сәрүәр Ғәләүетдиновҡа арналған шиғриәт кисәһе ойошторолдо. Был сағыу сарала шағирҙың шиғырҙарын уҡыусыларҙың аһәңле итеп яттан һөйләүҙәре йөрәктәргә үтеп инде.
Пандемия осоро булыу менән бәйле, шағир үҙе килә алмаһа ла, уның үҙе менән осрашҡандай булдыҡ. Интернет киңлектәре аша шағир менән ун көнлөк буйына бәйләнештә булыуыбыҙ бик тә ҡыуаныслы. Уҡыусылар Интернет киңлектәре аша шағирҙың тормош юлы, ижады, фотоһүрәттәре, ул йәшәгән ауыл менән танышты. Презентациялар эшләнеләр. Проект эштәрен яҡланылар, Былар бик уңышлы килеп сыҡты. Тиҙәйткестәр конкурсы, йомаҡ ҡойош, билдәле композиторҙарҙың шағирҙың шиғырҙарына яҙған көй - моңдары, шиғыр ятлаусылар конкурстары - барыһы ла матур байрамға әүерелде. Хатта шағирҙың ижады башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Башҡорт теле”, “Әҙәби уҡыу” дәреслектәренә, 5 кластың “Дидактик материал” китабына инеүе, мәктәп уҡыусылары өсөн уҡыу әсбабы авторы булыуы тураһында ла уҡыусылар үҙ эштәрендә яҡтыртҡан ине.
Был рух байрамында уҡыусылар, уҡытыусылар,шағир ижадын яратыусылар теләп ҡатнашты.
Шағир ижадына ғашиҡ
Сәйҙә Сәйәхова күренекле шағир Сәрүәр Ғәләүетдиновтың әҙәбиәттә тотҡан урыны, шиғриәте, ғөмүмән, тормошо хаҡында мауыҡтырғыс ваҡиғалар һөйләне..
Беренсе категориялы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ринат Һаҙый улы Абдуллин , беренсе категориялы уҡытыусы Баязит Ғәбдинур улы Сәйәхов сығыш яһап, шағир ижадын уҡыусыларға тағы ла нығыраҡ белергә ярҙам иттеләр, уҡыусылар күңелендә китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу хисе уяттылар. Мәктәп етәксеһе Р.Насыров, уҡытыусылар Ғ. Тулыбаева, З. Хәсәнова, З.Ғарифуллина, Ғ.Ишимовтар артабанғы көндәрҙә лә тынғыһыҙ шағирыбыҙға ижад илһамы, яңы уңыштар теләнеләр.
Сағыу сара йәш быуын, замандаштарыбыҙ өсөн бик фәһемле, һабаҡ бирерлек булды.
Сәрүәр Әбүталип улы, райондың башҡа мәктәптәре менән бер рәттән, беҙҙең Мәһәҙей мәктәбе менән дә һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. Уҡыусылар уны яҡшы беләләр. Юл айҡанлы ла инеп сыға һала , Тере шағирҙың үҙен күреүҙәре менән бәхетле беҙҙең балалар.Мәктәп китапханаһына үҙенең автографлы китаптарын бүләк итә ул . Киләсәктә беҙҙең мәктәп күгендә шағирҙың тәрбиәүи ике, дүрт юллыҡ әйтем, ҡанатлы һүҙҙәре яңғырашында “Сәрүәр Ғәләүетдинов әйтеше”н үткәрербеҙ , тип тә һөйләштек. Был матур сараға шағир үҙе фәтихаһын да биреп ҡуйҙы. Үткәрергә яҙһын алдағы көндә.
Шулай итеп, ошондай алдағы көнгә пландар ҡороп, билдәле шағир Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов ижады менән һуғарылған тотош башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгөн ҡанатлы һүҙҙәре, ялҡынлы телмәре менән юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы С. Сәйәхова йомғаҡлап, аҙналыҡта бөтә уҡыусыларҙың да әүҙем ҡатнашыуын билдәләп, бөтә мәктәп менән Баязит Ғәбдинур улының гармуны моңдарына ҡушылып, С. Ғәләүетдинов һүҙҙәренә , яҡташ композиторыбыҙ Ғәзиз Дәүләтбирҙин музыкаһына яҙылған “Бөрйәнем” йыры менән Мәһәҙей мәктәбендә, рух байрағын юғары күтәреп,башҡорт теле көндәре тамамланды..
Рух шишмәһенә тулышҡан аҙналыҡтан уҡыусылар ҙа , уҡытыусылар ҙа бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова, Бөрйән районы, Байназар мәктәбе Мәһәҙей филиалының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, БР мәғариф алдынғыһы.
Читайте нас: