+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 12:01

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада бара

Әлеге ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса XXXV төбәк-ара олимпиада бара. Ул онлайн форматта үткәрелә.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса XXXV төбәк -ара олимпиада бара. Быйылғы олимпиада онлайн форматта - интернет селтәрендә үткәрелә. Яңы форматта ойоштороу олимпиадала ҡатнашыусыларҙың һанын арттырырға булышлыҡ итә. Быйыл 728 уҡыусы саҡырыу алды. Олимпиаданың географияһы киңәйә - олимпиадала 7 региондан уҡыусылар көс һынаша. Регион-ара олимпиаданың һуңғы этабында район, ҡала олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусылар ғына ҡатнаша ала. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан 26 уҡыусы олимпиадала ҡатнашырға теләк белдергән.
Быйылғы олимпиада үҙенең түңәрәк датаһын - 35 йыллығын билдәләй. Ошо йылдар дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада регион-ара статусын алды, телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белгән, ихтирам иткән көслө уҡыусыларҙы асыҡлау мәктәбенә әүерелде. 2019 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиада уҡыусылар араһында үткәрелгән бөтә Рәсәй олимпиадалары һәм конкурстары исемлегенә инде, еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар ҡуйыла.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса XXXV регион-ара олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусылар 3 турҙа үҙҙәренең көсөн һынап ҡараясаҡ. Олимпиаданың яҙма эштәре "Туған тел донъяһы" порталында, телдән башҡарыласаҡ эштәр Zoom платформаһында ойоштороласаҡ. Еңеүселәрҙең исемдәре 23 ғинуарҙа сәғәт 12.00-лә YouTube каналында "Мир родного языка" төркөмөндә иғлан ителәсәк.
Читайте нас: