+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 16:56

“Еңеү еңел бирелмәне” конкурсы еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Белорет ҡалаһының 13-сө мәктәбе уҡыусыһы Наиль Теләмбәтов, конкурс еңеүсеһе булараҡ, бүләген алып ҡыуанды!

“Аманат” журналы редакцияһы үткән йыл башында үҙ уҡыусылары араһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы, “Еңеү еңел бирелмәне” тип аталған конкурс иғлан иткәйне. Балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да был конкурста бик теләп ҡатнашыуы беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныслы хәл булды. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл эшсәндәре тураһындағы мәҡәлә, шиғыр, һүрәт, видеороликтарҙы күпләп алдыҡ.
Уңышлы эштәр йыл дауамында журналыбыҙҙа баҫыла килде. Конкурсҡа тип атап ебәрелгән барлыҡ эштәр ҙә интернет төркөмдәребеҙҙә лә донъя күрҙе.
“Еңеү еңел бирелмәне” конкурсы еңеүселәре:
Туймазы районының Серафим 3-сө мәктәбе уҡыусылары;
Мәсетле районының Яңы Яуыш мәктәбе уҡыусылары;
Гөлфинә Уҫманова, Баймаҡ районы Мәмбәт мәктәбе уҡыусыһы;
Айсын Сабитова, Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһы уҡыусыһы;
Асия ИГЕБАЕВА, Баймаҡ районы, Күсей урта мәктәбе уҡыусыһы;
Айһылыу Мырҙағәлина, Белорет районының Инйәр 2-се мәктәбе уҡыусыһы;
Вилдан Сиражев, Салауат районы Әлкә мәктәбе;
Наил Теләмбәтов, Белорет ҡалаһының 13-сө мәктәбе уҡыусыһы;
Линара Шахматова, Ҡырмыҫкалы районының Иҫке Бәпес мәктәбе уҡыусыһы;
Даян Хәлисов, Йылайыр районының Ишбулды ауылы;
Зарема Таһирова, “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе, Йылайыр районының Йылайыр Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;
Асия Ғарипова, Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһы уҡыусыһы;
Сарьян Билалов, Хәйбулла районының Әбүбәкер мәктәбе уҡыусыһы;
Алһыу Баймырҙина, Күгәрсен районының Мораҡ 1-се мәктәбе уҡыусыһы;
Рәхилә Шәмсетдинова. Белорет районының Ҡаһарман ауылы;
“Аманат”тың Маҡтау билдәләренә һәм иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булыусы еңеүселәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларға киләсәктә лә ҙур уңыштар юлдаш булыуын, ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ!
Мөмкин булһа, бүләктәрегеҙҙе редакциянан килеп алыуығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ. Адрес: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө һанлы йорт, Матбуғат йорто, “Аманат” журналы редакцияһы. Телефон номеры – 8(347)2-72-61-42.
Читайте нас: