+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 17:05

Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этаптары нисек бара?

12 ғинуарҙан алып февраль аҙаҡтарына тиклем 9-11 синыфтар Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнаша. Әлеге ваҡытта 8 фәндән олимпиада үтте, алда - тағы 15 предметтан төбәк олимпиадаһы. Уларҙың теҙмәһе менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Ғинуар һәм февраль айҙары – юғары синыф уҡыусыларының белем кимәлен олимпиадаларҙа һынау осоро. 12 ғинуарҙан алып февраль аҙаҡтарына тиклем 9-11 синыфтар Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнаша.
Рәсәй Федерацияһының Фән министрлығы тарафынан 2020 йылдың 24 ноябрендә ҡул ҡуйылған "2020/21 уҡыу йылында Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабын уҙғарыу тураһында” 669-сы бойороғо буйынса, быға тиклем уҡыусылар француз, урыҫ теле, урыҫ әҙәбиәте, информатика һәм МКТ, химия, хәүефһеҙ йәшәү нигеҙҙәрен өйрәнеү, физика, биология фәндәренән төбәк олимпиадаларында белемдәрен һынаны.
Бөгөн юғары синыф уҡыусылары астрономиянан төбәк олимпиадаһында ҡатнаша. Олимпиада Башҡорт дәүләт университеты базаһында ойошторола, әммә ҡатнашыусылар республикала урынлашҡан мәктәп зоналарында яҙа.
Алда тағы 15 фәндән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үтәсәк. Улар түбәндәге көндәрҙә ойошторола:
29 ғинуар – Иҡтисад;
30 ғинуар – Хоҡуҡ;
1, 2 февраль – Йәмғиәтте өйрәнеү;
3, 4 февраль – Экология;
5, 6 февраль – Математика;
8, 9 февраль – Тарих;
11 февраль – География;
12, 13 февраль – Физкультура;
15 февраль – Сәнғәт (МХК);
16, 17 февраль – Инглиз теле;
18, 19 февраль – Технология;
20, 22 февраль – Немец теле;
24, 25 февраль – Испан, итальян һәм ҡытай телдәренән.
Әйткәндәй, химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы 19-22 ғинуарҙа баш ҡалала, Өфө дәүләт нефть техник университетында (9-11-се синыф уҡыусылары өсөн) һәм Республика инженер лицей-интернатында (7-8-се синыфтар (юниорҙар) өсөн) уҙғарылды. Унда 130 юғары синыф уҡыусыһы, 70-кә яҡын юниор ҡатнашҡан.
Төбәк олимпиадаһында еңеүсе 9-11-се синыф уҡыусылар Башҡортостандың данын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ, шуға уларҙың эштәрен тикшереү, апелляция биреү тәртибенә бәйле һөҙөмтәләр һуңғараҡ билдәле буласаҡ. Ә бына юниорҙар араһында Республика инженер лицей-интернатының 8-се синыф уҡыусыһы Вадим Харисов абсолют еңеүсе тип табылған. Шулай уҡ еңеүселәр исемлегенә Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейынан Рәил Нурисламов һәм Әмин Ҡасимов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се гимназияһынан Камил Ғилманов, Өфө ҡалаһы 93-сө физика-математика лицейынан Аким Бровкин ингән.
Читайте нас: