-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 15:34

Полилингваль мәктәптәр быйыл да асыла

Ҡайһы район һәм ҡалаларҙа йәшәүсе уҡыусыларға был бәхет тәтер икән? Тулыраҡ - сайтта.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 2021 йылда Нефтекама ҡалаһында, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында полилингваль белем усаҡтары асыласаҡ. Тағы ла Әбйәлил, Белорет, Салауат, Иглин райондарында, Ишембай, Туймазы, Учалы, Сибай һәм Дүртөйлө ҡалаларында ла күп профилле мәктәптәр асыу күҙалланыла, шулай итеп, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда тағы 12 полилингваль мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ. Шуларҙың 11-ендә башҡа район, ҡалаларҙан, ауылдарҙан, хатта сит өлкәләрҙән йөрөп уҡыусылар өсөн интернаттар булдырыласаҡ.
Әлеге ваҡытта республиканың 3 полилингваль мәктәбендә 4 мең самаһы уҡыусы белем ала. Улар туған тел, урыҫ теле һәм тағы бер нисә сит телде төплө өйрәнә. Бындай мәктәптәрҙең әһәмиәте ҙур: балалар билингваль дәрестәр уҡый, 5-се синыфтан уҡ профилле белем ала, дәрестән һуң төрлө түңәрәктәрҙә, секцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
Читайте нас: