-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 16:53

Башҡортостан мәктәптәре буйлап мобиль технопарктар йөрөй

Мобиль технопарк етәксеһе Тимур Заманов әйтеүенсә, күсмә технопарктар йышыраҡ техник йүнәлештәге түңәрәктәр булмаған төпкөл ауыл мәктәптәренә барырға тырыша. Ағымдағы уҡыу йылында 12 районға сығыу ҡаралған. Был райондан тураһында сайтта уҡып белерһегеҙ.

Үҫмерҙәрҙең хыялы булған квадрокоптерҙар менән идара итеү, VR-шлем кейеп, виртуаль донъя төҙөргә өйрәнеү өсөн әллә ҡайҙа барырға кәрәкмәй – республикала мобиль технопарктар эшләй башланы.
Төбәктә әлеге ваҡытта ике мобиль технопарк эшләй. Береһе Ауырғазы районына килтерелгән. Ике аҙна буйы уҡыусылар осоусы аппаратты көйләргә, һауанан видео төшөрөргә өйрәнә, робототехника менән шөғөлләнә.
Мобиль технопарк етәксеһе Тимур Заманов әйтеүенсә, күсмә технопарктар йышыраҡ техник йүнәлештәге түңәрәктәр булмаған төпкөл ауыл мәктәптәренә барырға тырыша.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы уҡыу йылы эсендә Ҡалтасы, Саҡмағош, Дыуан, Шаран, Көйөргәҙе, Архангель, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай һәм Йылайыр райондарында 2000 ашыу 5-11 синыф уҡыусыларын заманса технологиялар менән ҡулланырға өйрәтәсәк. Сентябрҙән ғинуарға тиклем балалар дистанцион форматта шөғөлләнде. Хәҙер улар ике аҙналыҡ практика үтә. Уҡыу тамамланғас, уҡыусылар үҙҙәре әҙерләгән проекттар менән сығыш яһаясаҡ һәм иң яҡшылары тип табылған эштәр конкурстарҙа ҡатнашасаҡ. Уҡыу йылы бөткәс тә кванториумдар ябылмай – йәйге балалар үҙәктәрендә уҡыусыларҙы яңы технологиялар менән идара итергә өйрәтеү дауам итәсәк.
Мобиль технопарктар “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә эшләй һәм уларҙы булдырыуға 100 миллион һумлыҡ бюджет аҡсаһы бүленгән.
Читайте нас: