+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 18:26

"Салауат Юлаев" плей-оффҡа сыҡты!

Ҡитға хоккей лигаһының регуляр чемпионатының сираттағы уйыны "Салауат Юлаев" командаһы өсөн хәл иткес матч булды. Беҙҙекеләр, "Амур"ҙы еңеп, плей-оффҡа сыҡты.

Ҡитға хоккей лигаһының регуляр чемпионатының сираттағы уйыны "Салауат Юлаев" командаһы өсөн хәл иткес матч булды. Беҙҙекеләр, "Амур"ҙы 3:2 иҫәбе менән еңеп, плей-оффҡа сыҡты. Регуляр уйындарҙы оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ғына, дүртенсе команда булып плей-оффҡа сығыу - шатлыҡлы күренеш, көсөргәнешле алыштар алдынан бер аҙ көс туплау өсөн өҫтәмә ваҡыт бирә бит. Гагарин кубогы өсөн алыш 2 мартта башлана һәм 30 апрелгә тиклем дауам итә.
Мәрәйҙәр иҫәбен тәүге осорҙоң бишенсе минутында Родион Әмиров асты. Беҙҙекеләргә яуап итеп, икенсе осорҙоң алтынсы секундында "Амур"ҙың һөжүмсеһе Гинек Зогорна ҡапҡаға гол индерҙе. "Йәшел йөрәктәр"ҙең икенсе шайбаһын "ЦСКА"нан килгән һаҡсы уйынсы Михаил Науменков, ә өсөнсөһөн Сакари Маннинен индерҙе. Беҙҙең ҡапҡаға икенсе голды иһә, уйынсылар һаны аҙ булыуҙы файҙаланып, ҡаршы команданан Павел Турбин "сәпәп" өлгөрҙө.
Әйткәндәй, Грандлунд-Маннинен-Хартикайнен "өсмөйөшө" ҠХЛ-дың ағымдағы миҙгелендә 150 мәрәй йыйҙы. "Иномарка"лар шәп йөрөй, әй!
Әлеге ваҡытта плей-оффҡа "Аҡ барыҫ", "Авангард", "ЦСКА" һәм беҙҙең "Салауат Юлаев" командалары сыҡты.
Читайте нас: