Баш ҡалала Республика йәш хәбәрселәр фестивале үтте. Сара онлайн форматта барҙы һәм унда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сәләмләне.
Онлайн-осрашыуҙа БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһы талиптары ла ҡатнашты.
Журналистар союзы рәйесе йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә ойошманың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, киләсәккә ҡуйылған пландар менән дә уртаҡлашты, һороауҙарға яуап бирҙе.
Сарала йәш хәбәрселәр һәм талиптар яҙыусы-сатирик, БР Журналистика ветерандары берләшмәһе советы рәйесе Марсель Сәлимов, БО Журналистар союзының яуаплы сәркәтибе Мәүлиҙә Яҡупова менән аралашты.
Форумдың секциялары өс телдә – башҡорт, урыҫ һәм татар телендә барҙы. “Буласаҡ журналистарҙы әҙерләүҙә йәш хәбәрселәр институтының һәм ижади түңәрәктәрҙең әһәмиәте һәм уларҙы бойомға ашырыу юлдары” түңәрәк өҫтәле ойошторолдо.
Йәш хәбәрселәр фестивале Башҡортостандың тележурналистары тураһында Юлиә Ниғмәтуллина төшөргән “Намыҫ эше” фильмын ҡарау менән тамамланды. Ҡатнашыусылар фильм авторы менән әңгәмә ҡорҙо, “RE:post” талиптар мөхәрририәтендә Юлиә Сәйетбатталованың оҫталыҡ дәресен дә ҡараны.