+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 16:15

Өфөлә Элвин Грей һәм эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында опен-эйр була

31 ғинуарҙа Өфөлә Рус драма театры алдындағы майҙанда Рәсәй студенттары көнөнә һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған байрам концерты була.

31 ғинуарҙа Өфөлә Рус драма театры алдындағы майҙанда Рәсәй студенттары көнөнә һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған байрам концерты була.

Ойоштороусылар йәштәргә «виртуаль донъя ауынан» ҡотолорға һәм реаль тормоштан ләззәт алырға, компьютерһыҙ һәм смартфонһыҙ офлайн режимына ҡушылырға тәҡдим итә.

Байрамда башҡорт эстрадаһы артистары Рөстәм Ғиззәтуллин, Раил Өмөтбаев, Зилиә Бәхтиева, Алтынай Вәлитов, МС Баш, «Zainetdin» этно-проекты һәм «Elvin Grey» лейблы артистары ҡатнаша. Сараның хедлайнеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин).

Байрам концерты көндөҙгө сәғәт 12-нән 5-кә тиклем була, инеү ирекле.

Ҡала хакимиәте йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөү һәм социаль дистанцияны һаҡлау кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрә.

Читайте нас: