-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 12:42

Республика мәктәптәрендә сираттағы тематик шәмбе ирекмәнлеккә арнала

30 ғинуарҙа ғәҙәткә ингән «Изге шәмбе» акцияһы ойошторола.

Башҡортостан мәктәптәрендә сираттағы тематик шәмбе ирекмәнлеккә арнала. Республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 30 ғинуарҙа ғәҙәткә ингән «Изге шәмбе» акцияһы ойошторола. Маҡсаты – уҡыусыларҙы ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән таныштырыу, ирекмәнлек хәрәкәтенә йәлеп итеү.

Шулай уҡ уҡыусылар халыҡҡа коронавирус инфекцияһынан прививка яһатыуҙың файҙаһы тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән «Беҙ хәстәрлек менән бергә» флешмобында ҡатнашырға мөмкин.

«Антиесемдәр менән дуҫлаш» марафоны барышында уҡыусылар үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтә һәм вакцинацияның файҙаһы хаҡында шиғырҙар сығара ала.

Йәкшәмбе, 31 ғинуарҙа, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре «Йәкшәмбе ғаилә менән» #БеҙБергә Дөйөм Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһы ирекмәндәренә ҡушылып, үҙҙәренең туғандарына йәки оло йәштәге күршеләренә аҙыҡ-түлек илтеп бирергә мөмкин.

Уҙғарылған сараларҙың фотоһүрәттәрен һәм видеоматериалдарҙы #ИзгеШәмбе һәм #ҘурТәнәфес хэштегтары менән социаль селтәргә, «Ҙур тәнәфес» конкурсы берләшмәһенә һалырға була.

Читайте нас в