+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 16:31

Нисә градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа була?

Был һорауға Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан яуап бирҙеләр. Шулай уҡ тышта нисә градус булыуына ҡарап, физкультура дәрестәре нисек уҙғарылыуы тураһында да һөйләнеләр.

Ниһайәт, ҡыштың аҙаҡҡы айына ла аяҡ баҫтыҡ. Ғинуар беҙҙе йә үтә ҡаты һалҡыны менән аптыратты, йә йылы көндәре менән ҡыуандарҙы. Еле лә, ҡары ла, боҙлауығы ла булды. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әгәр ҙә һауа температураһы кинәт ныҡ түбәнәйеп, мәктәпкә балаларҙы ебәрергәме-юҡмы тигән һорау тыуһа, был осраҡта ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә. Мәктәптәр иһә – 40 °С селләлә лә асыҡ булырға тейеш.
Ата-әсәләргә түбәндәге температура күрһәткестәренә иғтибар итеү зарур:
-25 °С һәм унан түбәнерәк – 1-4 синыф уҡыусылары;
-27 °С һәм унан түбәнерәк – 5-8 синыфтар;
-32 °С һәм унан түбәнерәк – 9-11 синыф уҡыусылары мәктәпкә бармаһа ла була.
Был күрһәткестәр ҡала ерлеге өсөн нормаға алынған. Ауылда йәшәүселәр өсөн норма 2 градусҡа түбәнәйә (-23°С, - 25 °С һәм - 30 °С).
- Мәктәптә, йәғни синыф бүлмәләрендә, тамаша залында, ашханала һауа температураһы 18 градустан да түбән булмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә бинала һалҡын икән, тимәк дәрестәр үткәрелергә тейеш түгел, - тиҙәр Мәғариф министрлығынан.
Белеүебеҙсә, өсөнсө сиректән физкультура дәресе тышта үткәрелә. Балаларҙың һаулығына һалҡын һауа йоғонто яһамаһын өсөн, бында ла температура нормалары булдырылған:
1-се, 2-се синыфтар -12 °С тиклем һалҡында (ел булмаһа) тышта шөғөлләнә ала. Ел секундына 5 метрға иҫә икән, - 8 °С температурала, ә 6-10 м/с тиҙлектәге ел булһа - 5°С градуслыҡ һалҡында дәрес үткәреү рөхсәт ителә.
3-сөнән алып 5-се синыфҡаса уҡыусылар өсөн норма: - 14 °С тиклем (ел булмаһа), - 12 °С (5 м/с ел булһа), - 8 °С (ел 6-10 м/с иҫһә);
6-сынан алып 8-се синыфтар өсөн: - 16 °С тиклем (ел булмаһа), - 14 °С (5 м/с ел булһа), - 12 °С (ел 6-10 м/с иҫһә);
9-сынан алып 11-се синыфҡаса үҫмерҙәр - 18 °С тиклем (ел булмаһа), - 16 °С (5 м/с ел булһа), - 14 °С (ел 6-10 м/с иҫһә) градуслыҡ һалҡында саңғыла йөрөй ала.
Әгәр ҙә ел тиҙлеге секундына 10 метрҙан аша икән, тышта физкультура дәресе үткәрелмәй.
Фото: Рixabay.com/ru
Читайте нас: