+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 14:20

"Аманат"тың һыуығай һаны донъя күрҙе!

Журналыбыҙҙың сираттағы һаны нәшриәттә баҫылып, почта йәшниктәренә оҙатылды инде. Кем дә кем уны әле алып өлгөрмәгән – был күҙәтеү һеҙҙең өсөн.

Журналыбыҙҙың сираттағы һаны нәшриәттә баҫылып, почта йәшниктәренә оҙатылды инде. Кем дә кем уны әле алып өлгөрмәгән – был күҙәтеү һеҙҙең өсөн.
Журналыбыҙҙың ғинуар һаны ла ҡотлауҙарға, тәбрикләүҙәргә бик бай. “Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәрен иғлан иттек һәм уларҙың исемлеген, кемдең нимә отоуы тураһында тәүге биттәрҙә уҡып, белерһегеҙ. Әүҙем яҙышҡан йәш хәбәрселәребеҙ тураһында ла мәғлүмәт бар был һанда. Шулай уҡ “Еңеү еңел бирелмәне”, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр”, “Вайн һайын”, “Оҫтахана” конкурстары еңеүселәре тураһында ла 1-се һанында уҡып белерһегеҙ. Уҡыусыларыбыҙҙы оло еңеүҙәре менән тағы ла бер тапҡыр ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уҡыуҙарында уңыштар, яңынан-яңы ижади үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!
Даими авторыбыҙ, тарихсы Азат Юлан был һанда һеҙҙе Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәген төйәк иткән башҡорт ырыуҙарының береһе Таҙлар ырыуы менән таныштыра. Таҙлар башҡорттары Тере Танып йылғаһы буйлап урынлашҡан һәм Борай районының Иҫке һәм Яңы Таҙлар, Йомаҡай, Яңы Ҡарғалы ауылдарында, Балтас районының – Сәйтәк, Иҫке Ҡарғалы, Тусыбай, Сейәтау, Шауъяҙы ауылдарында йәшәй.
Сәғиҙулла Байъегетте белмәгән башҡорт бармы икән? Юҡтыр! Бала саҡта ул бик шуҡ малай булған икән. Беҙгә “Билдәле кешеләрҙең бала сағы” рубрикаһына ул нисек итеп дуҫтары менән һыу ингәндәре, балыҡ ҡармаҡлауҙары, бигерәк тә иҫке фермала күгәрсен баҫтырып, “Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы”н уйнауҙары тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Ә һеҙ доға көсөнә ышанаһығыҙмы? Светлана Байымова-Тарханованың “Доға көсө” әкиәтендә еләккә тип ҡырға сыҡҡан Зыягөл исемле ҡыҙҙың насар көстәр ҡулына эләгеүе тураһында һүҙ бара. Әҫәрҙе башҡортсаға Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ тәржемәләне һәм ул һеҙгә бик оҡшар, тип өмөт итәбеҙ.
“БДИ” рубрикаһын ҡыҙыҡһынып уҡып барыусылар өсөн йәнә шәп мәғлүмәт – быйыл имтиханды кемдәр теләй, шулар ғына яҙа. Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ҡабул иткән яңы ҡарарҙар буйынса туғыҙынсыларҙы һәм ун беренселәрҙе тағы ниндәй яңылыҡтар көтә – был хаҡта журналыбыҙҙан уҡып, белерһегеҙ.
Фотоһы журналыбыҙҙың тышын биҙәгән ҡыҙ – “Ай, һылыу!” конкурсының “Йыл һылыуы” титулына эйә булыусы Сөмбөл Йосопова булыр. Ул Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында доньяға килгән. Әлеге ваҡытта ул Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбенең 7-се синыфында тик “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшә. Һылыуҡай менән әңгәмәне журналыбыҙҙың 16–ы битендә табырһығыҙ.
Эх, ҡыҙҙар! Күрһәгеҙ ине постерҙа ниндәй күркәм егеттең фотоһы сыҡҡанын! Исеме уның Венер Ирназаров булыр. Йырлай ҙа, ҡурайҙа ҙа өҙҙөрөп уйнай, шул уҡ ваҡытта ӨДНТУ-ла 4-се курста уҡып та йөрөй. Хәбәрсебеҙ Рифат Йәмлихин һеҙгә уның менән йәнле әңгәмә ҡорҙо. Мотлаҡ уҡығыҙ, йәме?
Кемдәр YouTube видеохостингында, Tik-Tok-та ултыра, күргәнегеҙ барҙыр: донъяла бала блогерҙар күбәйгәндән-күбәйә бара. Ана шулар тураһында Рәзил Бикбулатов ағайығыҙ “Бала блогерҙар аҡса һуға” тигән мәҡәлә яҙҙы ла инде. Ысынлап та, нисек уйлайһығыҙ, 6,10 йәшлек блогерҙар айына күпме аҡса эшләй? Меңәрләпме, әллә миллионлаған доллар килем аламы?
Һеҙ тәүге һөйөүегеҙҙе ҡайҙа осраттығыҙ? Мәктәптәме? Ә бына Нургөл исемле ҡыҙ һөйөклөһөн футбол матчында осратҡан. Әкиәткә торошло матур мөхәббәт тарихын бәйән итә ул үҙенең хатында. “Мәңгелек сер”гә ебәрелгән был хат беҙгә бик тә оҡшаны!
“Һабаҡ” рубрикаһында Гүзәлиә Ғүмәрова апайығыҙ һүгенеү һүҙҙәренең ҡот осҡос тәьҫире тураһында бәйән итә. Нисек кенә булмаһын, һүҙ ҙур, оло көскә эйә. Яҡшы, изге һүҙ кешене ҡанатландыра, илһамландыра, йылыта, оло үрҙәргә әйҙәй. Ауыр, насар, алама һүҙ кешене үлтерә, бөгә, күңелен ҡыра. Шуға күрә әйткән һәр һүҙҙең мәғәнәһе тураһында уйлап йөрөгөҙ, йәме.
Ҡарлуғас Йәрмиеваның Ғафури районының Сәйетбаба ауылындағы Жәлил Кейекбаев исемендәге мәктәпте тамамлауына өс йыл ғына әле. Шул арала үҙ һөнәре буйынса эшләүенә ике йыл да булып китте. Һөнәре лә ниндәй бит әле – зәргәр (ювелир)! Алтын, платина, көмөш кеүек ҡиммәтле металдар, гәүһәр, сапфир кеүек аҫылташтар, малахит, аҡыҡ кеүек ярым ҡиммәтле таштар менән эш итә ул. Был һөнәр, ҡыҙҙың уңыштары менән “Аманат”тың 26-сы битендә уҡып, танышырһығыҙ.
Дуҫтар, журналыбыҙҙың һыуығай һанына күҙәтеүҙе ошо урында ослап торайыҡ. Кем дә кем конкурстарҙа еңеүсе булған, һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ: мөмкин булһа, бүләктәрегеҙҙе редакциянан килеп алыуығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ. Адрес: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө һанлы йорт, Матбуғат йорто, “Аманат” журналы редакцияһы. Телефон номеры – 8(347)2-72-61-42.
Читайте нас: