-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 19:57

"Учи.Ру" платформаһында марафон башлана

3-17 февралдә "Учи.Ру" мәғариф платформаһында "Математиканан Учи.Ру кубогы" ярышы үткәрелә. Тулыраҡ -сайтта.

3-17 февралдә "Учи.Ру" мәғариф платформаһында "Математиканан Учи.Ру кубогы" онлайн-ярышы үткәрелә. Унда 1-сенән алып 11-се синыфҡа тиклем уҡыусылар бушлай ҡатнаша ала.
Марафон барышында ҡатнашыусыларға көн дә математиканан эштәр ебәрелә һәм уларҙы ваҡытында башҡарып, яуаптарын теркәп барырға кәрәк буласаҡ.
Еңеүселәрҙе билдәләгәндә төрлө номинациялар ҙа буласаҡ. Уҡыусылары бөтөнөһө лә әүҙем ҡатнашҡан белем усаҡтары араһынан 3 мәктәпкә "Иң актив мәктәп" номинацияһы биреләсәк. "Бер көн дә эшһеҙ ултырмай" номинацияһы көн һайын платформала математиканан (алгебранан) кәмендә 20-шәр мәсьәлә сискән 10 уҡыусыға бирелә. "Иң әүҙем синыф" номинацияһына башланғыс, урта һәм юғары синыфтарҙан берешәр синыф дәғүә итә. Был ярышта ҡатнашыу өсөн Инстаграмға синыф менән төшкән фотоны һалырға, , аккаунттарына яҙылырға һәм уларҙы фото аҫтында билдәләргә, "Мы участвуем в Кубке @uchi_ru, поддержите нас — поставьте лайк!" тип яҙырға һәм #кубок_учиру_нш_Уфа (Өфө урынына үҙегеҙҙең ауыл, ҡалағыҙҙың атамаһын яҙырға) кәрәк буласаҡ. .Кемдәрҙең фотоһы иң күп лайк йыя, шулар еңеүсе була.
Марафонда ҡатнашыусы һәр уҡыусы һәм уҡытыусыға маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар тәғәйенләнә. Уларҙы, ярыш бөткәс, шәхси кабинеттан компьютерға күсереп алырға мөмкин буласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://uchi.ru/lp/kubok
Читайте нас в